Һорамайса килә изге март,
Сәйәхәтсе һымаҡ бит ул ҡарт.
Ә ни өсөн март та ҡарт булған?
Ул күп саҡрым беҙгә атлаған.
Ҡарҙар, буран аша ул килгән,
Умырзая юлда эҙләгән,
Беҙгә еткәс тә уны тапҡан
Бушҡа түгел еренә ҡайтҡан!
Ҡояш менән көн һайын уйнай.
Февраль китеп, бик оҙаҡ илай.
Күҙ йәштәре ямғырҙай тама.
Яҙ мәлдәрен, йәнем, онотма.
Йөрәгемә килә изге март
Йылы ҡосаҡ менән ул йомарт.
Тышта томан, ҡуйы томан.
Һыуыҡ менән тулы урман.
Ҡыш китәсәк әле ҡасан,
Һыуыҡ китһә, китер томан.
Үткән байрам, шаулы байрам.
Томан менән тулы урам.
Кем йортонан сыға ала,
Юлды тапмаҫ ул тағы ла.
Һыуыҡ менән тулы ҡала
Ялҡаулыҡта кеүек була
Уны яба ҡалын юрған
Ҡыш билдәһе, ап-аҡ томан.